ПОНОМАРЁВ Павел Иванович [1903, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Көршәк а. (БР‑ҙың Иглин р‑ны) — 27.10. 1944, Литва ССР‑ының Гришкабудис ҡсб ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Кесе лейтенанттар курстарын тамамлаған (1942). Иглин р‑нының В.И.Чапаев ис. к‑зында, 1932 й. алып Златоуст ҡ. пр‑тиелары һәм учреждениеларында эшләй. 1941 й. авг. башлап Калинин, Көнбайыш һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 5‑се армия 371‑се уҡсылар див. 1233‑сө уҡсылар полкының артиллерия нач. капитан П. 1944 й. 17—18 июлендә Литва ССР‑ының Дарсунишкие ҡасабаһы янында Неман й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика