ПОЛЬША ПОХОДЫ (1771—73), Речь Посполитаяла Барск конфедерацияһын юҡ итеү барышында башҡ. ғәскәре экспедицияһы. Башында старшиналар торған 10 башҡ. командаһы (3111 кеше) көсө м‑н атҡарылған. 1771 й. 18 дек. Өфөнән тәүге төркөм, 1772 й. 4 ғин. һуңғыһы сығып китә. Ғәскәр ген.‑поручик А.И.Бибиков етәкс. Польша экспедиция корпусы составына ингән. Апр.—авг. ген.-майор А.А.Урусов етәкс. башҡ. ғәскәре Краков ҡ. янында һуғыша. Командалар конфедераттарҙың тарҡау отрядтарының берләшеүенә һәм ҙур һуғыш хәрәкәттәре барған Вильно һәм Краков ҡҡ. янына үтеүенә ҡамасаулай. 25 авг. Хәрби коллегия указы б‑са 2 мең башҡорт Өфөгә әйләнеп ҡайта, 4‑се, 8‑се һәм 9‑сы командалар 1773 й. сент. тиклем йәмәғәт тәртибен күҙәтеү өсөн Польшала ҡала. Башҡ. командаһы 300‑гә яҡын кешеһен юғалта. Походта ҡатнашҡан өсөн Ҡолой Балтасов — көмөш һаплы ҡылыс һәм аҡса, Юлай Аҙналин — бәләкәй ғәскәр байрағы, писарь Әптек Саптаров ҡылыс м‑н бүләкләнә. Команда ком.: 1‑се — Рахманғол Иртуғанов, 2‑се — Өмәтәй Ураҙымбәтов, 3‑сө — Миңлекәй Әбделғәзизов, 4‑се —Ҡәйеп Ейәнбәтов, 5‑се — Ишкенә Айысов, 6‑сы — Юлай Аҙналин, 7‑се — Муса Мөслимов, 8‑се — Иҫәкәй Садиров, 9‑сы — Зөбәйер Йосопов, 10‑сы — Ҡаскын Һамаров. Башҡ. ғәскәренең баш старшинаһы Ҡолой Балтасов була.

Әҙәб.: Башкирское войско в Польском походе (1771—1773): сб. док. Уфа, 2009.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика