ПОЛУЭКТОВ Степан Михайлович (1918, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Тирлән заводы а., хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Тирлән а., — 14.1.1945, Вильковицы ҡсб, Польша), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. мартынан башлап Үҙәк, Белоруссия, 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 60‑сы армияның 9‑сы айырым моторлаштырылған понтон күпер батальоны понтон төҙөүсеһе ефрейтор П. 1943 й. 25 сент. Киев янында Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1943). П. исеме м‑н Тирләндә урам аталған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика