ПОЛТОРАЦКИЙ Пётр Алексеевич (24.1.1842, Тверь ҡ. — 3.7.1909, С.‑Петербург), дәүләт эшмәкәре. Тайный советник (1891). Дворяндарҙан. Паж корпусын тамамлағандан һуң (С.‑Петербург, 1860) Хәрби министрлыҡта, 1867 й. алып ЭЭМ‑да хеҙмәт итә. 1874 й. башлап Новгород вице-губернаторы, 1882 й. — Архангельск, 1883 й. — Өфө губернаторы. 1883 й. ЭЭМ‑ға урындағы идаралыҡты үҙгәртеү (ҡайһы бер өйәҙ коллегияларын бөтөрөү, присутствие, комитет һәм советтарҙы дөйөм өйәҙ присутствиеһына берләштереү) т‑да тәҡдимдәр индерә. Һамар—Өфө т. юлын төҙөүгә, башҡ. ерҙәрен һатыуҙы сикләүгә, М.М.Солтановты Ырымбур мосолман диниә назараты мөфтөйө итеп һайлауға булышлыҡ итә. 1889 й. алып Ҡазан губернаторы, 1904 й. — Дәүләт советы ағзаһы. 2‑се (1894) һәм 3‑сө дәрәжә Изге Владимир (1879), 3‑сө дәрәжә Аҡ Бөркөт (1900), 1‑се (1888) һәм 2‑се (1876) дәрәжә Изге Анна, 1‑се (1885), 2‑се (1867) һәм 3‑сө (1862) дәрәжә Изге Станислав орд., миҙалдар м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика