ПОКРОВСКИЙ Иван Корнильевич (1845—?), Ырымбур губернаһынан 3‑сө Дәүләт думаһы (1907—12) депутаты. Подпоручик (1866). Дворяндарҙан. Халыҡ азатлығы партияһы ағзаһы. Тау инженерҙары корпусы ин‑тын тамамлаған (С.‑Петербург, 1866). 1866 й. алып Екатеринбург з‑дтарында хеҙмәт итә, 1867 й. — Берёзовка алтын приискылары күҙәтсеһе, 1869 й. — губерна секретары. 3,5 мең дисәтинә ергә (Силәбе өйәҙендә), алтын приискыларға эйә, Покровка шарап ҡыуыу з‑ды хужаларының береһе була. Хәйриә м‑н шөғөлләнә, Силәбе ҡ. уҡыу йорттарына аҡса бүлә. Думала кадеттар фракцияһы ағзаһы. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Д.А.Сафонов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика