АСПЕРГИЛЛ (Aspergillus), аскомицеттар класына ҡараған бәшмәк заты. Яҡынса 160 төрө билдәле, киң таралған. А. вегетатив тәне — субстратҡа үтеп ингән күп күҙәнәкле тармаҡлы мицелий, һирәгерәк һауа мицелийы ла үҫешә. Мицелийҙың күҙәнәктәре күп ядролы. Башлыса енесһеҙ юл — конидия туплағыстарҙа үҫешеүсе конидиялар м‑н үрсей. Ҡайһы бер төрҙәргә (А. glaucus, A. nidulatus һ.б.) ш. уҡ енси спора туплау хас. Сапротроф, һирәгерәк паразит. Тупраҡта, үҫемлек, хайуан, синтетик сығышлы субстраттарҙа һәм тере организмдарҙа үҫә. Сапротроф төрҙәре (А. glaucus, A. repens, A. ustus һ.б.) аҙыҡ-түлектә һәм мал аҙыҡтарында йәшел, ҡара һ.б. үңәҙҙәр барлыҡҡа килтерә, металдарҙың, туҡымаларҙың, тиренең, пластмассаларҙың биокоррозияһына сәбәпсе була. Ҡайһы бер төрҙәре (A. foetidus, A. fumigatus, A. niger һ.б.) антибиотиктарҙың, ферменттарҙың, органик кислоталарҙың продуценттары булараҡ биотехнологияла ҡулланыла. Паразит төрҙәре (A. flavus, A. fumigatus, A. parasiticus һ.б.) кеше, хайуан ауырыуҙарын (аспергиллёздар) тыуҙыра. БР‑ҙа һыу ҡоштары себештәренең аспергиллёз м‑н ауырыу осраҡтары теркәлгән.

Р.Ғ.Миңлебаев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке