ПОДЬЯЧЕВТАР, П о д ъ я ч е в т а р, сауҙагәрҙәр. Иң билдәлеләре: Өфө сауҙагәрҙәре, бер туған А.М.Подьячев, Андрей Матвеевич П. (1741—86), Крәҫтиәндәр һуғышы (177375) осоронда Өфөнө баш күтәреүселәрҙән һаҡлауҙа ҡатнаша; Алексей (Кесе) Матвеевич П. (1744—1817), 2‑се гильдия сауҙагәре. 1797 й. Н.П. Красильниковтан (ҡара: Красильниковтар) Шылва заводын һатып ала; Михаил (Михайла) Матвеевич П. (1748—1803) һәм Николай Матвеевич П. Бергәләп Өфө провинцияһында сеймал һатып алыу, сауҙа, риба м‑н шөғөлләнгәндәр. Андрей Матвеевичтың улы Иван Андреевич П., 2‑се гильдия сауҙагәре. 18 б. аҙ. Ырымбур алыш‑биреш йортонда сауҙа кибете хужаһы була. Михаил Матвеевичтың улдары: Василий Михайлович П. (1779—1826). Өфөлә эре күн заводы хужаһы; Михаил (Михайла) Михайлович П. (1780—1826), Николай Михайлович П. (1781—1844), Илья Михайлович П. (1787—1821). 1800—19 йй. 27 мең дисәтинә ер, поташ з‑дтары биләгәндәр, уларҙың капиталы 600 мең һумдан ашыу тәшкил иткән. Алексей (Кесе) Матвеевичтың улы Николай Николаевич П., Алабуғаның 3‑сө гильдия сауҙагәре. Шылва з‑дының вариҫы, 1861—63 йй. башбаштаҡлығы һәм завод крәҫтиәндәренә ҡаты мөнәсәбәте өсөн Архангел губ. Пинега ҡ. һөргөндә була.

Е.В.Банникова

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика