ПОДЬЯЧЕВ Алексей (Оло) Матвеевич (яҡынса 1738 — 1804), Өфө халҡынан Уложенный комиссия депутаты. Сауҙагәр. Подьячевтар нәҫеленән. Комиссияға сауҙагәрҙәр һәм отставкалағы һалдаттар исеменән ҡала халҡына ер етмәү, ауыл һ.б. ҡала сауҙагәрҙәре м‑н конкуренция, сауҙагәрҙәргә батша һарайы кешеләрен һатып алырға рөхсәт биреү һ.б. т‑да 2 наказ тапшыра; сауҙагәрҙәрҙең монополиялы сауҙа хоҡуғы өсөн сығыш яһай. “Аҫыл һөйәктәр хоҡуҡтары проекты”н тикшергәндә дворяндарҙың (ҡара: Дворянлыҡ) өҫтөнлөктәрен киңәйтеүгә ҡаршы сыҡҡан депутаттарға ҡушыла. 1768 й. сент. депутат вәкәләттәрен ваҡытлыса Е.С. Ярославцовҡа тапшыра. Крәҫтиәндәр һуғышы (177375) осоронда пугачёвсылар тарафынан әсиргә алына, 1774 й. ғин. баш күтәреүселәрҙең талабын ҡала властарына еткереү өсөн ҡамалған Өфөгә ебәрелә.

И.М.Васильев

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика