ПОДДУБНЫЙ Алексей Павлович (10.3.1907, Курск губ. Солохи а. — 1.10.1986, Харьков ҡ.), артиллерист, подполковник (1945). Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Сумы артиллерия уч‑щеһын тамамлаған (1932). Һуғышҡа тиклем Өфөлә йәшәй. 1929—32 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. июленән башлап Үҙәк, Брянск, Воронеж, 1‑се Украина фронттарын‑ да хеҙмәт итә. Герой исеменә 40‑сы армия 161‑се уҡсылар див. 569‑сы уҡсылар полкының артиллерия нач. капитан П. 1943 й. 23—25 сент. Украина ССР‑ының Зарубинцы а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1947) Харьковта йәшәй. Ленин (1943), Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика