ПОДДЕНЕЖНЫЙ Григорий Максимович (12.2.1924, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Никольский ҡсб — 18.10.2000, Өфө), өлкән лейтенант. Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. ЭЭМ‑ының Ленинград хәрби‑сәйәси уч‑щеһын тамамлаған (1948). 1941 й. алып Бәләбәй районы МТС‑ында эшләй. 1942 й. башлап Совет Армияһында. 1943 й. ғин. алып Көньяҡ‑Көнбайыш фронттың 15‑се гвардия уҡсылар див. пулемётсы, окт. — 2‑се Украина фронтының 10‑сы айырым моторлаштырылған див. разведчиктар взводы командиры булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н сержант П. 1944 й. 7 ғин. Кировоград ҡ. (Украина ССР‑ы), 30 авг. Тыргу‑Фрумос ҡ. (Румыния) һәм 18 дек. Надьберенсонь ҡ. (Венгрия) янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1968) “Химпром” з‑дында (Өфө) эшләй. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 1‑се (1945), 2‑се (1944 й. нояб.) һәм 3‑сө (ш. уҡ йылдың окт.) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә П. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика