ПОДВИНЦЕВТАР, алтын приискыһы хужалары, сауҙагәрҙәр. Билдәлеләре: Артамон Ермолаевич П., 2‑се гильдия сауҙагәре. Себерҙә алтын ятҡылыҡтарын тикшереү м‑н шөғөлләнгән. Екатеринбург алтын сәнәғәте компанияһы, Уралда һәм Себерҙә приискылар һәм рудниктар хужаларының береһе. Уның ҡустыһы Ермолай Ер‑ молаевич П., алтын сәнәғәте компанияһы хужаларының береһе. Уның улдары: Филипп Ермолаевич П. (? — 1875), атаһы һәм Артамон Ермолаевичтың алтын сәнәғәте компанияла‑ рындағы өлөшөн һата. 1860 йй. Кочкарь алтын приискыларында алтын ҡатламдарын табып, уны сығара башлаған; Гаврила Ермолаевич П., 1880—90‑сы йй. Силәбе өйәҙендә алтын приискылары (иң эреләре Гороблагодатский, Изге Троицк, Христо‑Рождественский) һатып ала. Алтын сығарыу күләме кәмей башлағас, 1897 й. бөтә пр‑тиеларын Кочкарь алтын приискыларының Франция‑Бельгия аноним йәмғиәтенә һата. Екате‑ ринбург һәм Троицк ҡҡ. абруйлы вазифалар биләй. Дауаханалар, приюттар, сиркәүҙәр, мәктәптәр төҙөүгә аҡса бирә.

В.Н.Макарова

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика