ПСИХОПАТИЯ (психо... һәм ...патия), ш ә х е с т е ң  ҡ а ҡ ш а у ы, юғары нервы эшмәкәрлегенең тотороҡло сикке боҙолоуы, хис‑тойғо, ихтыяр өлкәһендә, соц. хәл‑тороштарҙа һәм шәхестәрҙең үҙ‑ара мөнәсәбәтендә психик процестарҙың гармонияһы боҙолоуында күренә. П. эксцентрик (параноид, шизоид, шизотипик), демонстратив (асоциаль, сикке, истерия, нарциссик), хафаға бирелгән (ҡасыусанлыҡ, буйһоноусанлыҡ, обсессив‑компульсив) һ.б. төрҙәргә айырыла. Нервы системаһының тыумыштан булған патологияһы арҡаһында барлыҡҡа килә. П. сәбәптәре: нәҫелдән килгән факторҙар, ҡарындағы яралғының мейеһе боҙолоу, бала тапҡанда алған травмалар һәм бәләкәй саҡта үткәргән ҡаты ауырыуҙар. П. үҫешенә психик травмалар, организмдың гормональ үҙгәреше һ.б. булышлыҡ итә. Диагностика өсөн анамнез һәм клиник тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: психотерапия, медикаментоз (нейролептиктар, антидепрессанттар һ.б.); балалар өсөн — психологик коррекция. Башҡортостанда П. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 90‑сы йй. башлап Медицина университетында алып барыла: үҫмерҙәрҙә аддиктив тәртип формалашыуының, наркомания һәм токсикоманияның соц.‑психологик һәм биол. факторҙары (В.Л.Юлдашев), үҫмер ҡыҙҙарҙың девиант тәртибе предикторҙары, балиғ булмағандарҙа (Р.М.Мәсәғүтов, Ю.М. Николаев), алкоголь һәм наркотик бәйлелек һөҙөмтәһендә хөкөмгә тарттырылған ир‑аттарҙа (Э.З.Ҡадирова) криминаль һәм криминалға тиклем булған этаптарҙағы агрессияның клиник‑психопатологик үҙенсәлектәре өйрәнелә, П. һәм резидуаль‑органик генездың психопатияға яҡын тороштарының дифференциаль диагностикаһы эшләнә (А.А.Бесчастный).

Е.Р.Ҡунафина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика