ПСИХОЛОГИК ЭКСПЕРТИЗА, реаль хәлен баһалау һәм тәртибен күҙаллау өсөн кешенең индивидуаль-психологик үҙенсәлектәрен билдәләү маҡсатында уны комплекслы тикшереү. П.э. төп алымдары: анамнез, тестар, эксперименттар һ.б. үткәреү. П.э. балалар, мәктәп, опека учреждениелары, суд органдары (суд‑психология экспертизаһы) һорауы б‑са яһала. Башҡортостанда П.э. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй. башында үткәрелә башлай. 1978 й. БДПИ‑ла (ҡара: Педагогия университеты) психологик диагностика һәм суд‑психология экспертизаһы б‑са лаб. асыла (етәкс. В.Ф.Сафин). П.э. — Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (А.Р.Ҡудашев, Е.Н.Мәхмүтова), БДУ‑ла (Э.Р.Яппарова), Көнсығыш иҡт.‑юридик гуманитар акад. (Я.В.Спиридонов), СДПА‑ла (Т.Д.Дубовицкая) һ.б., П.э. өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр РФ Прокуратураһы ҒТИ м‑н берлектә БДУ‑ла һәм Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. үткәрелә. Респ. суд‑психология экспертизаһы А.А.Реан, В.П.Ростовский, Ф.С.Сафуанов, Г.А.Әминев, Л.Г.Әхтәриева һ.б. тарафынан яһалған. Шулай уҡ ҡара: Психодиагностика.

Әҙәб.: Применение психологических знаний в юридической практике. Уфа, 1991.

Е.Н.Мәхмүтова, В.Ф.Сафин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика