ПОГОРСКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Лаврентий (Шувалко) П., яңы суҡындырылған һәм сит ил кешеләре исемлегенә ингән хеҙмәтле кешеләрҙән. 16 б. аҙ. Кадом өйәҙенең Кадом ҡәлғәһендә хеҙмәт иткән. Уның улдары: Андрей Лаврентьевич һәм Кондратий Лаврентьевич П. Болалы ваҡытта (16 б. аҙ. — 17 б. башы) Өфөгә күсеп киләләр. Өфө өйәҙенең Богородский а. батша һарайы крәҫтиәндәре булалар. Андрей Лаврентьевич башҡорт ихтилалын (166264) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 1646 й. яңы суҡындырылғандар исемлеге б‑са 200 сирек алпауыт оклады м‑н түләүле хәрби хеҙмәткә (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) алына. 1651 й. Өфөнөң хеҙмәтле кешеләре араһынан тәүгеләрҙән булып Нуғай даруғаһы Мең улусы башҡорттары м‑н уларҙың Өршәк й. буйындағы аҫаба еренә (ҡара: Аҫабалыҡ) ултырыу (ҡара: Керҙәшлек) т‑да яҙма килешеү төҙөй; Кондратий Лаврентьевич 1633 й. Өфөгә тупсы хеҙмәтенә күсерелә. 1643 й. яңы суҡындырылғандар исемлеге б‑са түләүле хәрби хеҙмәткә алына. Тирмән хужаһы була. Уның улдары: Кузьма Кондратьевич П., 1662—64 йй. башҡ. ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 1647 й. яңы суҡындырылғандар исемлеге б‑са түләүле хәрби хеҙмәткә алына. Өфөлә хужалыҡҡа һәм Чесноковка й. (Тоҙйылға й. ҡушылдығы) буйында буш алпауыт ауылына хужа була. 1666 й. алпауыт окладына 50 сирек ер ала; Иван Кондратьевич П. 1647 й. яңы суҡындырылғандар исемлеге б‑са 200 сирек алпауыт оклады м‑н хәрби хеҙмәткә алына. Кузьма Кондратьевич П. улы — Роман Кузьмич П., 1662— 64 йй. башҡ. ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 1648 й. яңы суҡындырылғандар исемлеге б‑са 200 сирек алпауыт оклады м‑н хәрби хеҙмәткә алына (батша указынан тыш). 1662 й. алпауыт окладына 50 сирек ер ала, 1682 й. аҡсалата эш хаҡынан мәхрүм ителә. Иван Кондратьевич П. улы — Фёдор Иванович П. 1665 й. яңы суҡындырылғандар исемлеге б‑са түләүле хәрби хеҙмәткә алына. Уның улы — Тимофей Фёдорович П. 1682 й. яңы суҡындырылғандар исемлеге б‑са түләүле хәрби хеҙмәткә алына. Мең улусы башҡорттарынан Өршәк й. буйында ҡуртымға (йылына 80 тин түләп) ер ала. Уның улы — Никифор Тимофеевич П., сержант. 1760 йй. 4‑се Ырымбур сик буйы батальонында хеҙмәт итә, аңғармаҫтан Верхне‑озёрный ҡәлғәһендә янғын сығара (1769). Уның улдары: Андрей Никифорович һәм Тимофей Никифорович П. 19 б. башына Өфө өйәҙендә 738 дисәтинә ергә хужа булалар. Шулай уҡ билдәлеләре: Иван Андреевич П. (яҡынса 1802 — ?), коллегия регистраторы. 1826 й. Ырымбур ҡала магистратында хеҙмәт иткән; Иван П. (яҡынса 1811 — ?), губерна секретары. 1848 й. Ырымбур ҡаҙна палатаһында хеҙмәт итә. Өршәк й. буйында 89 дисәтинә алпауыт ере биләй. П. нәҫеле Подольск һәм Ырымбур губерналарының дворян нәҫел тарихы китабының 6‑сы киҫәгенә яҙылған.

Б.Ә.Аҙнабаев

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика