ПСИХОЛОГИК КОРРЕКЦИЯ, кешенең психикаһын йәки тәртибен махсус шөғөлдәр, күнекмәләр, уйындар, тренингылар һ.б. аша төҙәтеү. Симптомдар б‑са (үҫештәге тайпылыштарҙың киҫкен симптомдарын бөтөрөү өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы йоғонто яһау) һәм каузаль (тайпылыш сәбәптәрен бөтөрөү) коррекция айырыла. Башҡортостанда коррекция педагогикаһы үҫешә, коррекция мәктәптәре эшләй. БДПУ‑ла — олигофренопедагогика, махсус коррекция психологияһы һәм логопедия проблемалары (Р.Ғ.Аслаева, А.Ф. Сәйетханов, Р.И.Туҡтарова, Л.Ф.Фәтихова, Л.Ф.Хәйретдинова, Э.Н. Әбүталипова һ.б.), БДУ‑ла — стресҡа ҡаршы тора алыуҙы күтәреү һәм П.к. ҡулланып һаулыҡ һаҡлау технологияларын уйлап табыу (А.С.Ванесян, А.М. Арбузов), ӨЮИ‑ла иректән мәхрүм итеүгә хөкөм ителгәндәрҙең П.к. (В.П. Сафронов), эске эштәр органдары хеҙм‑рҙәренең травманан һуңғы стрестан ҡаҡшауын иҫкәртеү һәм П.к. (Э.Р.Исхаҡов), үҫмерҙәрҙең девиант тәртибе (Исхаҡов, Ю.Л.Казаринов) б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә.

Әҙәб.: С а ф и н В.Ф. Психические откло‑ нения в развитии детей и методы их психокоррекции. Уфа. 2006.

В.Ф.Сафин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика