АСЛЫҠ, йот, кешенең, билдәле бер кешеләр төркөмөнөң, ш. уҡ теге йәки был төбәк халҡының туҡланыу рационында йәшәү өсөн мөһим компоненттарҙың етешмәүе йәки булмауы һөҙөмтәһендә тыуған соц. бәлә‑ҡаза. А. төрлө стихиялы бәлә‑ҡазаларға (оҙайлы ҡоролоҡ, һыу баҫыу, иртә ҡырау төшөү, борсаҡ яуыу), системалы рәүештә иген культуралары һәм үлән уңмауға, аҙыҡ юҡлыҡтан һәм эпизоотик ауырыуҙарҙан мал һанының кәмеүенә бәйле, иҡт. кризис, һуғыштар һ.б. сәйәси ваҡиғалар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Ырымбур губернаһында һәм Өфө губернаһында 1864—65 йй., 1874—75 йй., 1879—80 йй., 1889—90 йй., 1896—97 йй., 1906 й., 1910—11 йй. иген уңмай. Өфө губ. 1891 й. уңыш айырыуса насар була: ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә иген культураларының уртаса уңдырышлылығы дисәтинәнән — 11,4 ботҡа, картуф 1,2 ботҡа тиклем кәмей; тиҫтәләгән мең баш йылҡы, һыйыр малы һәм ваҡ мал юҡ ителә йәки аҙыҡ юҡлыҡтан ҡырыла. А. арҡаһында халыҡтың күпселек өлөшө аҙыҡ суррогаттары (алабута, имән сәтләүеге, тамыр, япраҡтар, ағас ҡабығы һ.б.) м‑н туҡлана. А. эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн 1891 й. 7 попечителлек ойошторола; төрлө урындағы үҙидаралыҡ органдары күп кенә саралар үткәрә. Стәрлетамаҡ ҡала башҡармаһы 900 кешелек ашхана аса, асығыусыларға аҙыҡ‑түлек паёктары (1 кешегә айына 12,3 кг он) таратыуҙы, мохтаж булғандарҙы кейем м‑н тәьмин итеүҙе ойоштора, ваба эпидемияһын булдырмау сараларын күрә, ярҙам алыусыларҙы теркәү һәм тикшереү үткәрә.

1921 й. Рәсәйҙең күпселек терр‑яһында ҡоролоҡ башлана: 33 губернала 40 млн ашыу, ш. иҫ. Башҡ. респ. һәм Өфө губ. 2—2,5 млн, кеше асыға. Төбәктә иген культураларының уртаса уңдырышлылығы дисәтинәнән 2,1 ботҡа тиклем кәмей. Хәл 1918—20 йй. совет дәүләтенең аҙыҡ‑түлек сәйәсәте (ҡара: Хәрби коммунизм) эҙемтәләре м‑н ҡатмарлаша. 1921 й. февр. башына ҡарай Өфө губ. — 13 млн бот иген һәм фураж, 12 мең бот аҡ май, 12 млн дана йомортҡа, Башҡ. респ. 2,2 млн бот иген, 6,2 бот аҡ май, 39 мең баш һыйыр малы һәм 82 мең баш ваҡ мал, 2,2 мең бот бал реквизициялана. Төбәк А. ҡаршы көрәш б‑са дөйөм дәүләт планына индерелә: Бөтә Рәсәй ҮБК эргәһендәге Асығыусыларға ярҙам үҙәк комиссияһы Башҡ. респ. һәм Өфө губ. ярайһы уҡ яҡшы уңыш үҫтергән Аҡмола, Екатеринбург, Курск, Петроград, Семипалатинск, Смоленск һәм Төмән губ. беркетә. 1921 й. авг. Башҡ. респ. һәм Өфө губ. асығыусыларға ярҙам комиссиялары — “Башпомгол” һәм “Губпомгол”, ш. уҡ кантон, улус, ауыл комиссиялары төҙөлә. Башҡ. респ. хөкүмәте аҙыҡ‑түлекте үҙенең терр‑яһынан ситкә сығарыуҙы тыя, баҙарҙарҙа һатылған аҙыҡ‑түлектән асығыусылар файҙаһына натураль һәм аҡсалата йыйымдар индерә. Асығыусылар файҙаһына өмәләр, иғәнәләр йыйыу б‑са ике аҙналыҡтар үткәрелә. 1921—22 йй. көҙгө һәм яҙғы сәсеүҙе үткәреү өсөн дәүләт республикаға орлоҡ (6 млн боттан ашыу) бүлә, аҙыҡ‑түлек һалымынан азат итә. Дәүләт ашханалары ойошторола, уларҙа 1921 й. дек. 83,5 мең бала туҡлана, 1922 й. мартында — 221,2 мең, июндә — 400,6 меңдән ашыу бала. Күптәргә аҙыҡ‑түлек паёктары бирелә. Төбәктең асығыусы халҡына Америка ярҙам администрацияһы (АРА) ҙур ярҙам күрһәтә. Башҡ. респ. һәм Өфө губ. АРА етемдәр өсөн приюттар, ашханалар аса, аҙыҡ‑түлек, медикаменттар, өҫ һәм аяҡ кейеме килтереүҙе ойоштора; 1922 й. июлендә АРА Башҡ. респ. 1873 ашхана аса, уларҙа 276 мең бала һәм 605 мең өлкән кеше туҡлана. 1921—22 йй. Башҡ. респ. һәм Өфө губ. сит илдән 1817 мең бот төрлө аҙыҡ‑түлек, 1 млн ашыу банка консерваланған һөт, өҫ һәм аяҡ кейеме килтерелә. Төбәктә ш. уҡ Ҡытай һәм Иран хәйриә ойошмалары эшләй. 1922 й. йәйендә дәүләт ашханаларында бөтәһе 1,5 млн кеше туҡлана. 1921—22 йй. А. осоронда етем балалар һаны арта: балалар ҡарауһыҙлығын бөтөрөү өсөн көрәш ойошторола, 1922 й. 210 балалар йорто эшләй. Башҡ. респ. һәм Өфө губ. халҡы 650 мең кешегә (22%, ш. иҫ. башҡорттар һәм татарҙар 29%‑ҡа, урыҫтар 16%‑ҡа) кәмей. 1921—22 йй. крәҫтиән хужалыҡтарының һаны 82,9 меңгә (16,5%), сәсеүлек майҙандары 917,3 мең дисәтинәгә (51,6%); һарыҡтар 59,5%‑ҡа, аттар 53%‑ҡа, һыйыр малы 37%‑ҡа кәмей.

А. 20 б. 30‑сы йй. БАССР халҡының бер ни тиклем өлөшөнә ҡағыла. 200 меңдән ашыу крәҫтиән кулак тип иғлан ителә һәм төньяҡ урман райондарына йәки республиканан ситкә оҙатыла (ҡара: Сәйәси репрессиялар), уларҙың күпселеге яңы йәшәү урындарында йәшәү шарттарынан, эшкә урынлашыуҙан мәхрүм була. Аҙыҡ‑түлек паёгы айына 5 кг тиклем кәметелә һәм күп кешеләр ағас ҡабығы, имән сәтләүеге һ.б. суррогаттар м‑н туҡланырға мәжбүр була. 1932—33 йй. А., ауыр физик эш һәм һалҡын һауа шарттары эҙемтәләре арҡаһында, кешеләрҙең күпләп шешенеү осраҡтары, йоғошло ауырыуҙар, балалар үлеменең артыуы күҙәтелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында аҙыҡ-түлек ҡытлығы бик киҫкен була. 1943 й. иген уңмау һөҙөмтәһендә, БАССР‑ҙың көньяҡ‑көнсығыш райондарында кешеләрҙең А. үлеү осраҡтары йышая. 1944 й. майында БАССР хөкүмәте урындағы власть органдарына хәрби хеҙм‑рҙәр ғаиләләренә аҙыҡ‑түлек биреүҙе ойоштороуҙы, колхозсыларға йәмәғәт туҡланыуы тәьмин итеүҙе, ашханаларҙа туҡланыусы балалар һанын арттырыуҙы йөкмәтә. 1946—47 йй. А. СССР‑ҙың күп райондарын һәм өлкәләрен солғап ала һәм күпләп дистрофия м‑н ауырыуға килтерә. БАССР‑ҙа 35 меңдән ашыу ауырыу теркәлә.

Әҙәб.: Усманов Н.В. Деятельность Американской Администрации помощи в Башкирии во время голода 1921—1923 гг. Бирск, 2004.

Р.Әәүләтшин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке