ПЛОТНИКОВ Иван Фёдорович [4.9.1925, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Королёв а. (БР‑ҙың Асҡын р‑ны) —13.7.2011, Екатеринбург ҡ.], тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1967), проф. (1968). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1985). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1949). 1947 й. алып Ҡариҙел һәм Асҡын р‑ндары урта мәктәптәрендә уҡыта. 1954 й. башлап Екатеринбургта: Урал поли‑ техник ин‑тында, 1962 й. — Свердловск тау ин‑тының КПСС тарихы каф. мөдире булып, 1972 й. алып Урал дәүләт ун‑ты эргәһендәге Ижт. фәндәр уҡытыусыларының квалификацияһын күтәреү ин‑тында (1975— 92 йй. КПСС тарихы каф. мөдире) эшләй. Фәнни хеҙмәттәре Уралда һәм Себерҙә Граждандар һуғышы историографияһы һәм тарихына арналған. 1200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. В.Н.Татищев һәм Г.В. де Геннин ис. пр. лауреаты (1999). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1967) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Гибель Всероссийского Учредительного собрания. Трагические события на Урале и в Сибири. 1918 г. Екатеринбург, 2002; Александр Васильевич Колчак: исследователь, адмирал, Верховный правитель России. М., 2003; Правда истории. Гибель царской семьи. М., 2003.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Яндекс.Метрика