ПЛОТНИКОВ Дмитрий Павлович (2.8.1918, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Үрге Әүжән‑Петровск заводы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Үрге Әүжән а., — 4.9.2012, Пермь ҡ.), полк. (1955). Рәсәй Федерацияһы Геройы (1996). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. В.М.Молотов ис. Ленинград офицерҙарҙың юғары бронетанк һәм механизацияланған ғәскәрҙәр мәктәбен тамамлаған (1949). 1939 й. алып Совет Армияһында. 1941 й. июненән Көньяҡ‑Көнбайыш, Сталинград, Көнбайыш, 1‑се, 2‑се, 3‑сө Украина һәм Байкал аръяғы фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 6‑сы танк армияһы 5‑се механизацияланған корпусы 2‑се механизацияланған брига‑ даһының штаб нач. урынбаҫары капитан П. 1944 й. 19 мартында Могилёв‑Подольский ҡ. (Украина ССР‑ы) янында Днестр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1973) Ҡурған өлкә юлдар төҙөү һәм файҙаланыу идаралығында эшләй. 1988 й. башлап Пермдә йәшәй. Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1945), Александр Невский (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944, 1945, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1955), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән. П. исеме м‑н Белорет р‑нының Туҡан а. урам аталған, Белорет ҡ. уға һәйкәл ҡуйылған.

А.Н.Пинтсон

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика