ПЛАНО КАРПИНИ Джиованни дель (яҡынса 1180, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, яҡынса 1185 — 1252), итальян сәйәхәтсеһе, монах. 1245 й. Монгол империяһына монголдар т‑да мәғлүмәт йыйыу өсөн ойошторолған тәүге европа миссияһын етәкләй. П.К. маршруты Волга буйы, Үҙәк Азия биләмәләре, Көньяҡ Урал далалары аша үтә. Монголдарҙың мордваларҙы һәм Волга буйы Болғарын яулағандан һуң башҡорттарҙы баҫып алыуҙары хаҡында мәғлүмәт булған “Беҙ Татарҙар тип атаған Монголдарҙың тарихы” (“История Монголов, которых мы называем Татарами”), “Татарҙар тураһында китап” (“Книга о Татарах”) хеҙмәттәре авторы. Волга һәм Урал буйы халыҡтары араһында П.К. башҡорттарҙы “баскарт” (ҡара: Башҡорт) атамаһы м‑н телгә ала, Башҡортостанды Бөйөк Венгрия тип атап, уны венгрҙарҙың (ҡара: Боронғо венгрҙар) боронғо иле тип раҫлай. П.К. һәм башҡа көнбайыш сәйәхәтселәренең (В.Рубрук, Юлиан) яҙмалары башҡорттарҙың килеп сығышының фин‑уғыр теорияһына нигеҙ һала.

Әҙәб.: Путешествие в восточные страны Плано Карпини и Рубрука. М., 1957.

В.А.Иванов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Яндекс.Метрика