ПИСЕМСКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Венедикт (Бишенсе) П., баяр балаларынан. 1603 й. Соҡалаҡ й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында 25 сирек ер алған, 1630 й. унда алпауыт ауылы барлыҡҡа килгән. Уның улы Гаврила Венедиктович П. (?—1687), 1630 й. түләүле хәрби хеҙмәткә (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) алына. Мираҫҡа атаһының поместьеһын алған. 1639 й. Дим й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) аръяғында 60 сирек, Ҡамышлы й. (Ағиҙел й. басс.) 10 сирек ер биләгән. 1635 й.дворяндар отряды составында ҡалмыҡтарҙың Өфө өйәҙенә баҫып инеүенә юл ҡуймау өсөн Урал аръяғына ебәрелгән. 1662 й. уның алпауыт оклады 400 сирек ер тәшкил иткән. Уның улдары: Игнатий Гаврилович П. (?—1680), 1647 й. хәрби хеҙмәткә алынған. Алпауыт оклады 470 сирек ер булған; Иван Гаврилович П. (?—1684), башҡорт ихтилалын (1681—84) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 1653 й. законһыҙ хәрби хеҙмәткә (аҡсалата эш хаҡы түлән‑ мәгән) алына. 1680 й. уның алпауыт оклады 500 сирек ер тәшкил иткән. Игнатий Гавриловичтың улдары: Тимофей Игнатьевич П., 1668 й. хәрби хеҙмәткә 300 сирек алпауыт оклады м‑н алына; Матвей Игнатьевич П. (?—1672), 1672 й. хәрби хеҙмәткә 300 сирек алпауыт оклады м‑н алына; Андрей Игнатьевич П., 1680 й. хәрби хеҙмәткә алына. 1700 й. алпауыт оклады 470 сирек ер була. Уның улы Афанасий Андреевич П. (? — яҡынса 1775), 1720 й. Өфө гарнизон полкында хеҙмәт иткән. 1762 й. Писемская а. хужаһы. Уның ҡатыны Прасковья Васильевна П., 1776 й. Дим аръяғындағы ерен капитан К.М. Пасмуровҡа һатҡан. Шулай уҡ Дементий Борисович П. билдәле, 1687 й. хәрби хеҙмәткә алына. 1700 й. алпауыт оклады 300 сирек ер була. Һуңынан бөлә. П. нәҫеле Владимир, Екатеринослав, Кострома һәм Өфө губерналарының дворян нәҫел тарихы китабының 2‑се һәм 6‑сы киҫәгенә яҙылған.

Б.Ә.Аҙнабаев

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика