ПИНСКИЙ Матвей Савельевич (21.9. 1916, Байкал аръяғы өлк. Иҫке Зилово а. — 8.9.1987, Өфө), танкист, подполковник. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һарытау бронетанк учщеһын (1939), Офицерҙарҙың юғары бронетанк мәктәбен (Ленинград, 1949) тамамлаған. Малоярославец (Калуга өлк.) т. юл ст. эшләй. 1937 й. алып Совет Армияһында. 1941 й. башлап Үҙәк, Калинин, Көнбайыш, ТөньяҡКөнбайыш, 1се Украина һәм 1се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 1се гвардия танк ар мияһы 11се гвардия танк корпусы 44се гвардия танк бригадаһының танк батальоны ком. гвардия майоры П. 1945 й. ғин. НовеМясто, РаваМозовецка, Ловичи, Цегельно, Вельнау (бөтәһе лә — Польша) ҡҡ. янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1960) ӨНИлә хәүефһеҙлек техникаһы бса инженер, хеҙмәтте һаҡлау бүлеге мөдире булып эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1942, 1945), Александр Невский (1943), 1се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ орд. мн бүләкләнгән. Өфөлә П. исеме мн урам аталған, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

ПИНСКИЙ Матвей Савельевич (21.9. 1916, Байкал аръяғы өлк. Иҫке Зи лово а. — 8.9.1987, Өфө), танкист, подполковник. Советтар Союзы Ге ройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һарытау бронетанк учщеһын__(1939), Офицерҙарҙың юғары бро нетанк мәктәбен (Ленинград, 1949) та мамлаған. Малоярославец (Калуга өлк.) т. юл ст. эшләй. 1937 й. алып Совет Армияһында. 1941 й. башлап Үҙәк, Калинин, Көнбайыш, Төнь яҡКөнбайыш, 1се Украина һәм 1се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 1се гвардия танк ар мияһы 11се гвардия танк корпусы 44се гвардия танк бригадаһының танк батальоны ком. гвардия майоры П. 1945 й. ғин. НовеМясто, РаваМо зовецка, Ловичи, Цегельно, Вельнау (бөтәһе лә — Польша) ҡҡ. янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1960) ӨНИлә хәүефһеҙлек техни каһы бса инженер, хеҙмәтте һаҡлау бүлеге мөдире булып эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1942, 1945), Александр Невский (1943), 1се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ орд. мн бүләкләнгән. Өфөлә П. исеме мн урам аталған, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. И.Ғ.Кәримова Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика