ПИМЕНОВ Иван Тимофеевич (1924, Ульяновск өлк. Урено‑Карлинское а. — 22.7.1943, Орёл өлк. Тросна а. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны “Йылайыр” с‑зында эшләгән. 1942 й. окт. алып Сталинград, Дон, Үҙәк фронттарҙа хеҙмәт итә. Герой исеменә 1‑се гвардия артиллерия див. 3‑сө еңел артиллерия бригадаһы 167‑се гвардия еңел артиллерия полкының 5‑се батареяһы орудие тоҫҡаусыһы гвардия рядовойы П. 1943 й. 10 июлендә Курск өлк. Молотычи һәм 22 июлдә Тросны аа. янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1943), 2‑се дәрәжә Ва‑ тан һуғышы (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Баймаҡ ҡ. һәм Урено‑Карлинское а. П. исеме м‑н урамдар аталған, ауылда ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика