ПИКУНОВ Александр Степанович (10.1.1923, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Князев а., хәҙ. Өфө эсендә), танкист, подполк. (2000). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Өфө хәрби пехота уч‑щеһын (1942), Сталинград танк уч‑щеһын (1944), КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге 3 йылыҡ Өлкә партия мәктәбен (1956) тамамлаған. 1941 й. БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑нында ер төҙөлөшө белгесе. 1941 й. дек. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. майынан Калинин, Төньяҡ-Көнбайыш һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө гвардия армияһы 9‑сы механизацияланған корпусының 91‑се танк бригадаһы 2‑се танк батальоны танк ком. кесе лейт. П. 1945 й. апр. Берлинды штурмлағанда алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1946) Өфө р‑ны һәм ҡалаһы пр‑тиеларында, 1959—79 йй. БАССР ЭЭМ‑ы органдарында эшләй. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҫәрҙ.: Кирпичики Победы: (Фронтовые воспоминания). Уфа, 2008.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика