ПЕУТЛИНГ Александр Александрович фон (1739—1799, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1795), дәүләт эшмәкәре. Ген.‑поручик (1791). Барон. 1756— 63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, 1768— 74 йй. рус‑төрөк һуғышында ҡатнашыусы. 1750 й. алып рус армияһында. 1785—94 йй. Өфө наместниклығы башлығы, бер үк ваҡытта 1789—92 йй. Өфө һәм Семберҙең ген.‑губернаторы вазифаһын башҡарыусы (рәсми булмаған), 1792—94 йй. Сембер һәм Өфө ген.‑губернаторы. 1791 й. Кесе ҡаҙаҡ йөҙө ханы Ирәлене һайлауҙы ойоштора. Өфө наместниклығында П. ерендә Миловка а. (Өфө р‑ны) нигеҙ һалына. 4‑се дәрәжә Изге Георгий (1771), 3‑сө дәрәжә Изге Владимир (1791) орд. м‑н бүләкләнгән.

В.Г.Семёнов, В.П.Семёнова

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика