АСЛАЕВ Төхвәт Хәлим улы [15.6.1922, БАССР‑ҙың Бөрйән‑Түңгәүер кантоны Иҫән а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 28.10.1995, Өфө, тыуған ауылында ерләнгән], педагог‑методист. Пед. ф. канд. (1969), проф. (1995). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1994), РСФСР‑ҙың (1957) һәм БАССР‑ҙың (1955) атҡ. уҡытыусыһы, РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1958). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1944). 1939 й. башлап Малаяҙ р‑ны Арҡауыл урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1944 й. алып Темәс башҡ. пед. уч‑щеһы уҡытыусыһы, 1952 й. — Баймаҡ р‑ны 1‑се Этҡол урта мәктәбе дир., 1955 й. — Баймаҡ р‑ны халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, 1960 й. — 1‑се Башҡ. респ. мәктәп‑интернаты (Өфө) дир., 1969 й. — Милли мәктәптәр ҒТИ‑ның Башҡ‑н филиалы өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1984—95 йй. Башҡ‑н мәғариф хеҙм‑рҙәренең квалификацияһын күтәреү ин‑ты методисы. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡ. мәктәбенең башланғыс кластарында башҡорт теле һәм телмәр уҡытыу методикаһына, үҫтереүсе уҡытыу проблемаларына арналған. 50‑гә яҡын дәреслек һәм уҡытыу‑методик ҡулланма авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), “Почёт Билдәһе” (1976) орд. м‑н бүләкләнгән. Тыуған ауылы һәм Баймаҡ ҡ. урамдарына А. исеме бирелгән, Иҫән башланғыс мәктәбе бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. 1996 й. алып Өфөлә йыл һайын А. иҫтәлегенә бокс б‑са Бөтә Рәсәй турниры уҙғарыла.

З.Ю.Әхмәҙиева

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке