ПЕТРАЧКОВ Павел Анатольевич (30.8.1979, Омск ҡ. — 4.2.2010, Чечен Респ. Алхазурово а. янында, Пенза ҡ. ерләнгән), Рәсәй Федерацияһы Геройы (2010). Лейтенант (2008). 1999—2000 йй. һәм 2004— 10 йй. Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Пенза пед. ун‑тын тамамлаған (2007). 1998—2000 йй. һәм 2004 й. алып РФ ЭЭМ‑ының эске ғәскәрҙәрендә: 2006 й. башлап Волга буйы төбәк командованиеһының 29‑сы “Булат” махсус тәғәйенләнешле отрядында (Өфө). Герой исеменә штурмлау төркөмө ком. П. 2010 й. 4 февр. Алхазурово а. янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Батырлыҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1999). П. исеме м‑н Пензала урам аталған, Пенза өлк. Покровка‑Берёзовка а. ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Е.А.Смирнов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Илл.: П.А.Петрачков

Яндекс.Метрика