ПЕРФИЛЬЕВ Афанасий Петрович (1731, Яйыҡ ҡаласығы — 10.1.1775, Мәскәү), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв ген.‑аншефы. Казак. Сотник. Яйыҡ казак ғәскәрендә хеҙмәт иткән. Яйыҡ казактарының 1772 й. ихтилалында ҡатнашыусы. Казактарҙың делегацияһы составында С.‑Петер‑ бургта Яйыҡ ихтилалында ҡатнашыусыларҙы ярлыҡау т‑да ғариза бирә. Пугачёвты ҡулға алыу т‑да Рәсәй хөкүмәтенең йәшерен күрһәтмәһен ала. 1773 й. дек. аҙ. ихтилалға ҡушыла. Пугачёвтың Йәшерен советына ингән. Ырымбур ҡ. эргәһендә, 1774 й. ғин. — апр. башында Яйыҡ ҡаласығы янында, май—авг. баш күтәреүселәрҙең Төп ғәскәрҙәре сафында Көньяҡ Урал, Кама һәм Волга буйындағы алыштарҙа ҡатнаша. 12 сент. Яйыҡ ҡаласығы эргәһендә әсиргә алына. Яйыҡ йәшерен комиссияһында, нояб. алып Мәскәүҙә Сенаттың йәшерен экспедицияһында тикшереү аҫтында була. Язалап үлтерелә.

Әҙәб.: О в ч и н н и к о в Р.В. Следствие и суд над Е.И.Пугачёвым и его сподвижниками: источниковедч. исслед. М., 1995.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика