ПЕРОВСКИЙ Василий Алексеевич (9.2.1795, Чернигов губ. Почеп а. — 6.12.1857, Таврия губ. Алупка ҡсб, ш. уҡ губернаның Балаклава ҡ. ерләнә), дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. Ген.‑адъютант (1833), кавалериянан генерал (1843). Граф (1855). 1812 й. Ватан һуғышында, 1828—29 йй. рус‑төрөк һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү ун‑тын, колонна оҙатыусылар уч‑щеһын (Мәскәү, 1811) тамамлаған. 1811 й. алып рус армияһында. 1828 й. башлап Баш диңгеҙ штабы нач. канцелярияһы директоры. 1833—42 йй. Ырымбур хәрби губернаторы, 1851— 57 йй. Ырымбур һәм Һамар ген.‑губернаторы, бер үк ваҡытта Ырымбур айырым корпусы командиры. Губернатор вазифаһында ихтилалды (1835) баҫтырыуға етәкселек итә, Хиуа походын (1839—40) һәм Коканд походын (1852, 1853) ойоштороп, уларға етәкселек итә. Ырымбур сик һыҙығын нығытыу б‑са саралар үткәрә, башҡ. көтөүлектәрен шәхси биләмәгә биреүҙе тыя, попечителлек һәм стряпчийҙар вазифаһын (ҡара: Идара итеүҙең кантон системаһы) ойоштора; ҡурсаулыҡтар, башҡорт ғәскәре капиталы булдырыу, урман ултыртыу, Ырымбур ҡ. урмансылыҡ һәм игенселек уч‑щеһын асыу, Каруанһарай төҙөү, эре ғәскәри поташ заводы, йылҡы һәм ҡортсолок з‑дтары (уларҙың килеме башҡорт ғәскәре капиталына ингән) асыу инициаторы була; башҡорттарҙың почта йөкләмәһен аҡсалата һалымға алмаштыра, Ырым‑ бур губ. ситтәге уҡыу йорттарында башҡ. балаларына урын биреүгә өлгәшә. 1846 й. алып Рәсәйҙә тоҙ часы ойоштороу б‑са Махсус ком‑т ағзаһы, 1848—51 йй. земство йөкләмәләре ойоштороу б‑са Махсус ком‑т рәйесе. Дәүләт советы (1845 й. алып), Адмиралтейство советы (1847 й. алып) ағзаһы. Бриллиантлы Изге Андрей Первозванный (1855), 4‑се дәрәжә Изге Георгий (1828), бантлы 4‑се дәрәжә Изге Владимир (1812), алмаслы 1‑се (1828) һәм 2‑се (1822) дәрәжә Изге Анна орд., алтын ҡорал (1855) м‑н бүләкләнгән. Башҡ. халыҡ инструменталь көйө “Перовский” уға арналған.

А.С.Аҡъюлов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика