ПЕРМЬ ӨЙӘҘЕ, 1781 й. Пермь наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Ҡазан губернаһы Пермь провинцияһының үҙәк өлөшө ингән. 1796 й. алып Пермь губернаһы составында. 19 б. аҙ. төньяҡта — Пермь губ. Соликамск өйәҙе, көнсығышта — Верхотур өйәҙе, көньяҡта — Көңгөр һәм Уҫы өйәҙҙәре, көнбайышта Оханск өйәҙе м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Пермь ҡалаһы. Майҙаны — 27268 км2 (1897). Халҡы: 1795 й. — 82400 кеше, 1870 й. — 152714 (ш. иҫ. башҡорттар 2168), 1897 й. — 272967 (башҡорттар — 3677, татарҙар — 6982, урыҫтар — 259177 һ.б.). 19 б. аҙ. өйәҙҙә 243614 крәҫтиән, 18655 мещан, 5942 дворян, 787 сауҙагәр һ.б. иҫәпләнә; мосолмандар — 10608, православие динендәгеләр — 259949 (ш. иҫ. 19761 старообрядсы), католиктар — 1024, йәһүдтәр — 1003 һ.б. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, П.ө. терр‑яһында 1‑се башҡ. кантоны ойошторола. 1869 й. өйәҙҙә 1667 торама пункт була. 1874 й. 3 станға, 43 улусҡа бүленгән. 19 б. аҙ. башҡорттарҙың төп өлөшө Башҡ. Ҡолтайы, Ҡуян аа. йәшәй. Халҡы башлыса игенселек, һөнәрселек м‑н шөғөлләнә. 19 б. аҙ. Йоҡ‑Кама заводы, 39 күн, 30 май һығыу, 6 таҡта ярыу, 5 суйын иретеү, 2 араҡы, 2 тимер етештереү з‑дтары һ.б. пр‑тиелар эшләй. Ҙур йәрминкәләр Архангел‑Пашийский з‑ды ҡасабаһында, Ильинка, Үрге Чусовой Ҡаласығы аа. үткәрелә. 19 б. уртаһында Кама й. буйлап пароход бәйләнеше асыла. Пермь т. юлы участкалары һалына: Пермь—Екатеринбург (1878), Пермь—Котлас (1899), Пермь—Көңгөр—Екатеринбург (1909) һ.б. П.ө. 50 сиркәү, 8 мә‑ сет иҫәпләнә (1870). 1923 й. өйәҙ бөтөрөлә, уның терр‑яһы Урал өлкәһенең Пермь округы составына инә.

Әҙәб.: Пермь губернаһы мәҡ. ҡарағыҙ.

Е.Н.Шумилов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика