ПЕРМЬ ГУБЕРНАҺЫ, 1796 й. Пермь наместниклығының 12 өйәҙенән ойошторола. 18 б. аҙ. төньяҡта — Вологда губ., көнсығышта — Тубыл губ., көньяҡта — Ырымбур губернаһы, көнбайышта Вятка губернаһы мн сиктәш була. Адм. үҙәге — Пермь ҡалаһы. Майҙаны — 332 мең км2 (1897). Халҡы: 1795 й. — 900589 кеше, 1897 й. — 2994302 (башҡорттар — 85395, комипермяктар — 92641, мариҙар — 15687, мишәрҙәр — 21163, татарҙар — 46711, типтәрҙәр — 5295, удмурттар — 6505, урыҫтар — 2705327 һ.б.). 19 б. аҙ. губернала 2849166 крәҫтиән, 97241 мещан, 17482 дворян, 5118 сауҙагәр һ.б. иҫәпләнә; мосолмандар — 151495, православие динендәгеләр — 2815573 (ш. иҫ. 218396 старообрядсы), католиктар — 2441, йәһүдтәр — 2119, протестанттар — 1184 һ.б. Губерна Верхотур, Екатеринбург өйәҙҙәренән, Эрбет, Ҡамышлы, Красноуфимск өйәҙҙәренән, Көңгөр, Уҫы өйәҙҙәренән, Оханск, Пермь өйәҙҙәренән, Соликамск, Чердынь, Шадринск өйәҙҙәренән торған. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, Екатеринбург, Красноуфимск, Уҫы, Пермь, Шадринск өйәҙҙәренең бер өлөшө 1—3сө башҡ. кантондары составына инә. 1919 й. мартында Екатеринбург, Красноуфимск, Шадринск өйәҙҙәре Арғаяш кантонына һәм Ҡошсо кантонына (ҡара: Бәләкәй Башҡортостан) бирелә, июлдә Верхотур, Екатеринбург, Эрбет, Ҡамышлы, Красноуфимск, Шадринск өйәҙҙәренән Екатеринбург губернаһы ойошторола. 1921 й. мартында П.г. составына Вят ка губ. Сарапул өйәҙе күсерелә. Ҡалалары: Пермь, Алапаевск, Верхотурье, Далматов, Дедюхин, Екатеринбург, Эрбет, Ҡамышлы, Красноуфимск, Көңгөр, Уҫы, Оханск, Соликамск, Чердынь, Шадринск (1869). Тау сәнәғәте (мәғдән сығарыу, металлургия һәм химия тармаҡтары) һәм а.х. киңүҫеш алған. Эре пртиеларҙың төп өлөшө Верхотур, Екатеринбург, Красноуфимск, Пермь, Соликамск өйәҙҙәрендә урынлашҡан. Йәрминкәләр (иң билдәлеләре — Эрбет һәм КрестовскийИваново) үткәрелгән, сауҙа һәм баҙар ойошторолған. 19 б. уртаһында Кама й. буйлап пароход бәйләнеше асыла. Пермь т. юлы участкалары һалына: Пермь—Екатеринбург (1878), Екатеринбург—Силәбе (1896), Пермь—Котлас (1899), Пермь— Көңгөр—Екатеринбург (1909) һ.б. 783 сиркәү, 181 мәсет иҫәпләнгән (1870). П.г. 1923 й. нояб. бөтөрөлә, терряһы Урал өлкәһенең Үрге Кама, Көңгөр, Пермь, Сарапул округтары составына инә, 1938 й. Пермь өлк. (ҡара: Пермь крайы) ойошторола.

Әҙәб.: Пермская губерния: список населённых мест по сведениям 1869 года. СПб., 1875; Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897 год. Т.31. Пермская губерния. СПб., 1904.

Е.Н.Шумилов

Тәрж. М.Х.Хужин

ПЕРМЬ ГУБЕРНАҺЫ

Яндекс.Метрика