АСЛАЕВ Сәғит Төхвәт улы (1.11.1954, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны 1‑се Этҡол а.), тренер. Проф. (2005). Бокс б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2003). РФ‑тың (1999) һәм БССР‑ҙың (1991) атҡ. физик культура хеҙм‑ре, РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2001). Т.Х.Аслаевтың улы. Волгоград физик культура ин‑тын тамамлаған (1976). 1978 й. алып “Хеҙмәт резервтары” ДСО‑һының Башҡ‑н өлкә советында эшләй, 1982 й. башлап БАССР‑ҙың Юғары спорт оҫталығы мәктәбе, 1986 й. — Өфөнөң 4‑се СДЮШОР‑ының өлкән тренеры, 1988 й. — СССР йыйылма командаһы тренеры, 1992 й. — БР йыйылма командаһы, бер үк ваҡытта 1992—96 йй. бокс б‑са Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры, 2001 й. алып БДУ‑ла: физик тәрбиә һәм спорт каф. мөдире, 2003 й. башлап спорт-һауыҡтырыу эштәре б‑са, 2010 й. — соц. мәсьәләләр б‑са проректор. А. етәкс. БР йыйылма командаһы команда зачётында Рәсәй чемп. була (1992). Тәрбиәләнеүселәре араһында В.А.Ганченко, Р.А.Ғиззәтуллин, Э.Ә.Ҡасимов, Н.Н.Фәйзуллин, Р.Ғ.Хөснөтдинов, халыҡ-ара категориялы судья С.А.Морозов, ш. уҡ 50‑нән ашыу СССР (Рәсәй) спорт мастеры.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке