ПЕКАРСКИЙ Пётр Петрович [19.5. 1827, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Отрада а., хәҙ. Өфө эсендә, — 12.7. 1872, Павловск ҡ.], тарихсы, библиограф. Император С.‑Петербург ФА акад. (1868), рус тарихы д‑ры (1872). Действительный статский советник. Пекарскийҙар нәҫеленән. Өфө ир балалар гимназияһын, Ҡазан ун‑тын (1847) тамамлаған. 1848 й. апр. алып Ырымбур губерна идараһында (Өфө), окт. — Һамар удел контораһында, 1851 й. — Финанс министрлығында, 1862 й. — Сит ил эштәре министрлығының Дәүләт архивында (икеһе лә — С.‑Петербург) хеҙмәт итә. Фәнни хеҙмәттәре 18 б. Рәсәйҙең фән, әҙәбиәт һәм мәғариф тарихына арналған. Беренсе булып П.И.Рычков эшмәкәрлеген яҡтыртҡан материалдарҙы фән әйләнешенә индерә. 130‑ға яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Император Рус археология йәмғиәте (1858), Рус тарих йәмғиәте (1870) ағзаһы. ФА‑ның Демидов пр. лауреаты (1861).

Х е ҙ м.: Жизнь и литературная переписка Петра Ивановича Рычкова. СПб., 1867; Когда и для чего основаны города Уфа и Самара?: ист. разыскание //Сборник Отделения русского языка и словесности Императорской Академии наук. СПб., 1872. Т.10. №5; Известия об уфимских дворянах Пекарских //Памятная книжка Уфимской губернии. Ч.2. Уфа, 1873.

Әҙәб.: М а ш к о в а М.В. П.П.Пекарский (1827—1872): крат. очерк жизни и деятельности. М., 1957.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

Яндекс.Метрика