ПАШКОВТАР, завод хужалары. Дворяндарҙан. Билдәлеләре: Александр Ильич П. Ҡатыны Д.И.Мясникованың (ҡара: Мясниковтар) бирнәһе сифатында Белорет заводын, Верхотор заводын, Воскресенка заводын, Тирлән заводын ала. Улдары: Иван Александрович П. (1768, Мәскәү — 1828, шунда уҡ), подполковник. Белорет тау округы хужаһы; Василий Александрович П., обер‑гофмаршал. Дәүләт советы ағзаһы, 1831—32 йй. Закондар департаменты рәйесе. Верхотор һәм Воскресенка з‑дтары хужаһы. Уның улдары: Михаил Васильевич П. 1849—63 йй. Тышҡы сауҙа департаменты дир., 1859 й. алып Ырымбур губ. тау сәнәғәте халҡын крепостной хоҡуҡтан азат итеү проектын эшләү ком‑ты рәйесе. Воскресенка з‑ды хужаһы, 1846 й. Преображенск заводын һатып ала; Александр Васильевич П. (1.1.1792, Мәскәү — 1868), ген.‑майор. 1812 й. Ватан һуғышында, 1828— 29 йй. рус‑төрөк һуғышында ҡатнашыусы. Богоявленск з‑ды хужаһы. Иван Александрович П. улы Андрей Иванович П. (?—1851), ген.‑майор. 1827—39 йй. Белорет һәм Тирлән з‑дтары хужаһы, 1830 йй. Ҡағы заводын һәм Үҙән заводын һатып ала. Александр Васильевич П. улы Василий Александрович П. (?—1902, Париж). Инжил христиандары общинаһына етәкселек иткән. Иван Александрович П. Верхотор з‑дын мираҫҡа алған, Михаил Васильевич П. вариҫтары һатып ебәргән Воскресенка һәм Преображенск з‑дтарын һатып ала. Сектант эшмәкәрлеге өсөн илдән һөрөлә, уның милке Иван Александрович П. башҡа вариҫтарына күсә. 1874 й. П. Белорет з‑дтары Белорет заводтары йәмғиәтенә берләшә. 19 б. уртаһында П. Ырымбур губернаһында 350 мең дисәтинәгә яҡын ер һәм 7 тау заводы ҡарай.

С.Н.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика