ПАШКОВ Алексей Фёдорович (17.3. 1920, АСБР‑ҙың Дыуан‑Ҡошсо кантоны Атау а. — 17.1.1998, Өфө), артиллерист, капитан. Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Сталинград танк уч‑щеһын (1945), офицерҙар составын камиллаштырыу курстарын (1949) тамамлаған. 1940 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. башлап Ялан, 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 37‑се армияның 10‑сы гвардия һауа‑десант див. 5‑се гвардия артиллерия полкының орудие ком. гвардия сержанты П. 1943 й. 1 окт. Украина ССР‑ының Перевалочная а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1960) Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Ленин (1943), 1‑се (1985), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә П. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Н.И.Черепанова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика