ПАШКЕВИЧ Алексей Васильевич (24.12.1916, Петроград губ. Александровка ҡсб — 1967, Ленинград), лётчик, ген.‑майор (1957). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында һәм 1950—53 йй. Корея һуғышында ҡатнашыусы. К.Е.Ворошилов ис. Юғары хәрби акад. тамамлаған (Мәскәү, 1955). 1931—36 йй. Белорет металлургия з‑дында эшләй. 1939 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. башлап Брянск, 1‑се, 2‑се Балтик буйы һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө һауа армияһының 1‑се гвардия авиация корпусы 3‑сө гвардия авиация див. 63‑сө гвардия авиация полкының эскадрилья ком. гвардия майоры П. 115 хәрби осошта 16 немец самолётын юҡ иткәне өсөн лайыҡ була. 1959 й. алып отставкала. Ленин (1945, 1950), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1944 й. март һәм сент., 1949), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1948, 1953) орд. м‑н бүләкләнгән. Белорет ҡ. урам П. исемен йөрөтә.

Әҙәб.: Б у л а т о в Г. От токаря до генерала //Генералы Башкортостана. Уфа, 1995.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика