ПАШИРОВ Валентин Дмитриевич (21.8.1924, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Топорнино а., хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а., — 6.11.1943, Украина ССР‑ының Хотив а. ерләнгән), танкист, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан хәрби танк уч‑щеһын тамамлаған (1943). 1941 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. башлап Воронеж, Брянск, Үҙәк һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө гвардия танк армияһының 9‑сы механизацияланған корпусы 71‑се механизацияланған бригадаһы 74‑се танк полкының танк взводы ком. лейт. П. 1943 й. 6 нояб. Хотив а. янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Кушнаренкола урам, 1‑се мәктәп (ихатаһында уға һәйкәл ҡуйылған), Хотивта майҙан П. исеме м‑н аталған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика