ПАРАМОНОВ Константин Ефимо‑ вич [3.6.1908, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Милисоновка а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 26.11.1943, Украина ССР‑ының Разумовка а.], лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби пехота уч‑щеһын, офицерҙар курстарын тамамлаған. БАССР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Приют а/с рәйесе булып эшләй, Амурҙағы Комсомольск ҡ. төҙөүҙә ҡатнаша. 1941 й. нояб. алып Көньяҡ‑Көнбайыш, Сталинград һәм 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 6‑сы армияның 60‑сы гвардия уҡсылар див. 185‑се гвардия уҡсылар полкының рота ком. гвардия лейт. П. 1943 й. 25 нояб. Разумовка эргәһендә Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1942) орд. м‑н бүләкләнгән. Бәләбәй р‑нының Приют ҡасабаһында һәм Разумовка а. урамдарға П. исеме бирелгән.

Әҙәб.: К у р г а н о в Д., Ф е д и н П. На алтарь Победы. Белебей, 2000.

Р.В.Гәрәев

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика