ПАНТЕЛЬКИН Анатолий Александрович [15.9.1919, АСБР‑ҙың Юрматы кантоны Кирюшкин а. (БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны) — 14.3.1945, Венгрия], лётчик, капитан (1944). Советтар Союзы Герой (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби авиация лётчиктар мәктәбен тамамлаған (Сталинград ҡ., 1941). 1936— 39 йй. Стәрлетамаҡ ҡ. “Заготзерно” контораһында эшләй. 1940 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. башлап Көнбайыш һәм 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 17‑се һауа армияһы 295‑се авиация див. 116‑сы истребитель авиация полкының эскадрилья ком. капитан П. 270 хәрби осошта 16 немец самолётын юҡ иткәне өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1944,), Александр Невский (1944), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Стәрлетамаҡ ҡ. урамға П. исеме бирелгән.

Әҙәб.: П у ч к и н А. Почерк советского лётчика //Лицом на запад. Уфа, 1972.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика