ПАНИН Пётр Иванович (24.3.1721, Калуга губ. Везовка а. — 15.4.1789, Мәскәү), хәрби эшмәкәр. Ген.‑аншеф (1762). Граф (1767). 1735—39 йй. һәм 1768—74 йй. рус‑төрөк, 1741—43 йй. рус‑швед һуғыштарында, 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 1735 й. алып рус армияһын__да. 1762 й. Көнсығыш Пруссияның ген.‑губернаторы. 1769—70 йй. 2‑се рус армияһы командующийы, Бендеры ҡәлғәһен алыуға етәкселек итә. 1774 й. июле — 1775 й. авг. Ҡазан губернаһында, Түб. Новгород һәм Ырымбур губерналарында ғәҙәттән тыш хоҡуҡлы хөкүмәт ғәскәрҙәре командующийы. 1774 й. авг.—сент. Волга һәм Дон йй. уң ярында баш күтәреүселәр хәрәкәтен баҫтырыуға етәкселек итә, Е.И.Пугачёвтың Төп ғәскәренә Әстерхан губ. Царицын ҡ. үтеп инергә ҡамасаулай, П.Д. Мансуров, А.Д.Скалон, Ф.Ю.Фрейман һ.б. эшенә йүнәлеш бирә, һуңыраҡ Башҡортостанда баш күтәреүселәр хәрәкәтенең һуңғы усаҡтарын юҡ итә. Окт. Сембер ҡ. Пугачёвтан һорау ала, күпләп язалау м‑н ҡурҡытып, баш күтәреүселәрҙе яҡлауҙан баш тартыуҙы һәм Салауат Юлаевты тотоп биреүҙе һорап, башҡорттарға мөрәжәғәт итә. П. тәҡдиме б‑са 1775 й. 19 февр. императрица Екатерина II ихтилалда ҡатнашҡан өсөн башҡорттарҙан 4 мең ат алыу т‑да указ сығара. Башҡа диндәгеләр һәм сик буйы эштәре б‑са Ырымбур экспедицияһын ойоштороу инициаторы (ҡара: Ырымбур сик буйы комиссияһы). Сена‑ тор (1762), Уложенный комиссия депутаты. Изге Андрей Первозванный (1767), 1‑се дәрәжә Изге Георгий (1770) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Д м и т р и е в ‑ М а м о н о в А.И. Пугачёвский бунт в Зауралье и Сибири. СПб., 1907; Пугачёвщина. Т.3. М.; Л., 1931; О в ч и н н и к о в Р.В. Следствие и суд над Е.И. Пугачёвым и его сподвижниками: источниковедч. исслед. М., 1995.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика