АСЛАЕВ Нуриман Сәйетгәрәй улы (13.4.1939, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Иҫке Туймазы а.), нефтсе. БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1994), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1986). 1962 й. алып “Туймазабурнефть” тресы быраулаусыһы, быраулау мастеры; 1970 й. башлап Өфө быраулау эштәре идаралығы быраулау мастеры, 1996—2002 йй. комплектлаусыһы. Скважиналарҙы электробур ҡулланып тармаҡ ысулы м‑н быраулау технологияһын производствоға индерә башлаусыларҙың береһе. Туймазы нефть ятҡылығын, Сергеевка, Өршәк нефть ятҡылыҡтарын, Дүртөйлө һәм Өфө яны ятҡылыҡтар төркөмдәрен быраулауҙа ҡатнаша. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1989). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), 2‑се (1985) һәм 3‑сө (1976) дәрәжә Хеҙмәт Даны орд. м‑н бүләкләнгән.

Н.М.Ризуанов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке