ПАЙПС Ричард Эдгар (11.7.1923, Цешин ҡ., Польша), америка тарихсыһы, политолог. Филос. д‑ры (1950), проф. (1974). Корнелл (1945) һәм Гарвард (1947) ун‑ттарын (икеһе лә — АҠШ) тамамлаған. 1950—96 йй. Гарвард ун‑тында: уҡытыусы, бер үк ваҡытта 1968 й. алып Рус тикшеренеү үҙәге дир.; 1973—78 йй. Стэнфорд ун‑ты эргәһендәге Рәсәйҙе өйрәнеү ин‑тында эшләй. Фәнни хеҙмәттәре 19—20 бб. Рәсәй тарихына, совет‑америка мөнәсәбәттәре үҫешенә арналған. Сит ил историографияһында тәүге тапҡыр Башҡорт милли хәрәкәте тарихына арналған тикшеренеүҙәрен баҫтырып сығара. Рәсәй тарихы б‑са 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Образование Советского Союза: коммунизм и национализм в 1917—1923 гг. // Башкирское национальное движение 1917—20 гг. и А.Валиди: зарубеж. исслед. Уфа, 1997; Я жил. Мемуары непримкнувшего. М., 2005.

И.В.Күсемов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Яндекс.Метрика