ПАДУРОВ (Подуров) Тимофей Иванович (яҡынса 1723 — 10.1.1775, Мәскәү), Ырымбур ҡ. казактарынан Уложенный комиссия депутаты. Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Казактарҙан. Комиссияға казактар өсөн хеҙмәт йөкләмәһен бөтөрөү, регуляр армия һалдатыныҡына тиң ҡаҙна аҙыҡ‑түлеге биреү, казактарға батша һарайы кешеләрен һатып алырға рөхсәт итеү һ.б. т‑да наказ тапшыра. Дворяндарҙың (ҡара: Дворянлыҡ) өҫтөнлөктәрен киңәйтеүгә һәм сауҙагәрҙәрҙең монополиялы сауҙа хоҡуғына ҡаршы сыҡҡан депутаттарға ҡушыла. 1773 й. сент. аҙ. казак отряды башында Пугачёвҡа ҡаршы барған хөкүмәт ғәскәрҙәре составына индерелә. 27 сент. пугачёвсылар Татищев ҡәлғәһенә һөжүм иткәндә баш күтәреүселәр яғына сыға. 1774 й. 1 апр. Ырымбур губернаһының Һаҡмар ҡаласығы янындағы алыштан һуң әсиргә алына. Ырымбурҙа, артабан Мәскәүҙә тикшереү аҫтында була. Язалап үлтерелә.

И.М.Васильев

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.