ПАВЛОВ Пётр Егорович [12.7.1925, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Петровка а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны) — 8.8.1958, Силәбе ҡ.], Советтар Сою‑ зы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып Йылайыр р‑нының “Яңы тормош" к‑зында, 1942 й. — Свердловск өлк. Бокситы ҡасабаһында эшләй. 1943 й. башлап Төньяҡ‑Көнбайыш, 2‑се Балтик буйы, 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 43‑сө армияның 319‑сы уҡсылар див. 1341‑се уҡсылар полкы уҡсыһы рядовой П. 1945 й. 7 апр. Кёнигсберг ҡ. (Германия) янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Петровкала, артабан Силәбелә трактор з‑дында эшләй. Ленин (1945), 3‑сө дәрәжә Дан (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика