ПАВЛОВ Николай Спиридонович [25.8.1922, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ыҫлаҡбаш а. (БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны) — 2.4.1978, шунда уҡ], артиллерист, кесе лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Кесе лейтенанттар курсын тамамлаған (1945). Ыҫлаҡбашта, Еҙҡаҙған ҡ. эшләй. 1941 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. дек. башлап Үҙәк, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 65‑се армияның 12‑се артиллерия див. 46‑сы еңел артиллерия бригадаһы 1007‑се еңел артиллерия полкының 2‑се батареяһының орудие ком. сержант П. 1943 й. 21 дек. Белорус ССР‑ының Дубрава а. янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1945) Ыҫлаҡбашта эшләй. Ленин (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика