СУСҠА ДИЗЕНТЕРИЯҺЫ, эсәклек шешеүе һәм эс китеү м‑н барған инфекцион ауырыу. Serpulina hyodysenteriae спирохетаһы тыуҙыра. Бигерәк тә 3–6 айлыҡ осорға тиклемге йәш мал бирешә, оло сусҡалар һирәк ауырый. Тыуҙырыусыны таратыусылар – ауырыу һәм ауырыу үткәргән сусҡалар. Ауырыу алиментар юл аша, ауырыу малды һауҙары м‑н бергә тотҡан осраҡта йоға. Инкубация осоро 2–20 көн тәшкил итә. Төп билдәләре: аппетит кәмеү, биҙгәк, эс китеү (ҡайһы берҙә ҡан ҡатыш) һ.б. С.д. бигерәк тә имгән сусҡа балалары ауыр кисерә, үлем осрағы 100%‑ҡа етә. Диагностика өсөн эпизоотологик, клиник, патологоанатомик һәм лаб. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалауҙың эффектив ысулдары табылмаған. Иҫкәртеү: малды аҫрау һәм ашатыуҙың ветеринария‑санитария ҡағиҙәләрен үтәү, дауалау‑иҫкәртеү саралары комплексы, ауырыу малды изоляциялау һәм һуйыу. Ауырыу табылған осраҡта хужалыҡ С.д. б‑са хәүефле тип иғлан ителә. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. С.д. 11 районда табыла, 2001—05 йй. ауырыу респ. терр‑яһында теркәлмәгән. С.д. дауалау өсөн дарыуҙар файҙаланыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Аграр университетта үткәрелгән (А.И.Иванов, Ф.Ә.Кәримов, У.Ғ.Ҡадиров, М.Ф.Поспеев, Л.Н. Судзиловский, З.З.Яппарова һ.б.), метронид‑50, тиамутин, эраконд һ.б. препараттарҙы ҡулланыу өйрәнелә (Иванов).

Әҙәб.: И в а н о в А.И. Дизентерия свиней. Уфа, 2004.

А.И.Иванов, У.Ғ.Ҡадиров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика