СУРИНА Сәрүәр Рәшит ҡыҙы (8.12.1957, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Үрге Һаҙ а.), яҙыусы, журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2004), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2007). Журналистар союзы (1988), Яҙыусылар союзы (2000) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1980) “Башҡортостан” ДТРК‑ның телевидение студияһы мөхәррире (1992 й. алып “Хазина” ижади берекмәһе мөхәррире), 2002 й. башлап “Башҡортостан” ТРК ДУП‑ының телевидение студияһы комментаторы. Шулай уҡ Кинйә Мәзит псевдонимы аҫтында баҫыла. Драматургия һәм балалар әҙәбиәте өлкәһендә эшләй. “Кеҫәлде кем тәмлерәк бешерә?” исемле тәүге китабы 1994 й. сыға. “Сыйырсыҡ тәсбихе” (2001) китабы авторы. Респ. театрҙарында уның “Алтын балта”, “Янһарының тылсымлы санаһы”, “Аҫыл йөрәк” һ.б. пьесалары ҡуйыла. С. тәржемәһендә башҡ. теленә К.Гольдониҙың “Ике әфәнденең ялсыһы” (“Слуга двух господ”), А.Н.Островскийҙың “Аҡыл эйәһенә лә бер ҡатлылыҡ хас” (“На всякого мудреца довольно простоты”), У.Шекспирҙың “Король Лир” һ.б. пьесалары ҡуйыла. Башҡ. халҡының тарихына һәм мәҙәниәтенә арналған телетапшырыуҙар һәм видеофильмдар; “Салауат йыйыны” респ. фольклор байрамы (2004—05, 2008—09), “Йәш тауыштар” китап фестивале (2005, 2007) һ.б. сценарийҙары авторы. З.Биишева ис. (2002), Аҡмулла ис. (2007) пр. лауреаты.

Хеҙм.: Ҡот тәңкәһе: байрам сценарийҙары, драматик композициялар, пьесалар. Өфө, 2009.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика