СУРАҒОЛ (Сурағолов) Рәмил Мотаһар улы (16.8.1962, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Прибельский ҡсб), шағир. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2006), ТР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2010). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1996). БДУ‑ны тамамлаған (1991). “Тулпар”, “Аманат” жж., “Өмет” гәз. һ.б. эшләй. 2004 й. алып “Сурағол” нәшриәт йортоноң ген. директоры. “Беҙгә матур йырҙар менән йәшәргә һәм дуҫлашырға” (татар телендә) исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1993 й. сыға. Шиғырҙарына һағыныу, фәлс., ихласлыҡ хистәре хас. Шағир Ватанға, халыҡтар дуҫлығына дан йырлай. “Моңдар ҡайтһын ауылға” (2009) шиғри йыйынтығы, балалар өсөн яҙылған “Үҫкәс генерал булам!” (2004) һ.б. шиғырҙар китабы авторы. Әҫәрҙәренә комп. Н.Ә.Дауытов, Р.Г.Тимербаев, Р.Г.Хәкимов һ.б. тарафынан йырҙар яҙылған. “Гәлсәр һандуғас” эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙың респ. телевизион конкурс‑фестивале (Өфө, 2002) һ.б. лауреаты.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика