СТЕПНОЙ (Афиногенов) Николай Александрович (8.10.1878, Пенза губ. Наровчат ҡ. — 25.6.1947, Мәскәү), яҙыусы. 1906 й. алып Ырымбур ҡ. йәшәй. “Пролетарий” (1907), “Ғаилә” (“Семья”; 1922), “Артылыш” (“Перевал”; 1924) романдары авторы. 1908—09 йй. Урта Азия һәм Урал далалары буйлап сәйәхәт итә. “Дала хикәйәттәре” (“Степные сказания”; 1912) йыйынтығына ингән хикәйә һәм легендаларында күсмә халыҡтарҙың тормошо, ғөрөф‑ғәҙәттәре, фольклоры күрһәтелгән. “Батыр үлеме” (“Смерть батыра”; 1907) легендаһында һәм “Ҡашҡыр” (“Кашкыр”; 1905) хикәйәһендә башҡ. темаһы сағыла. С. һәм уның әҫ. т‑да мәғлүмәттәр “Башҡортостан урыҫ әҙәбиәтендә” (“Башкирия в русской литературе”; 3‑сө том, 1‑се баҫма, 1965; 2‑се баҫма, 1993) йыйынтығына индерелгән.

Х е ҙ м.: Собрание сочинений. В 10 т. Т.1. М., 1927.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика