СОСЮРА Владимир Николаевич (25.12.1897, Екатеринослав губ. Дебальцево ст. — 8.1.1965, Киев), шағир. “Ҡыҙыл розалар” (“Красные розы”; 1932), “Баҡсалар шаулаһын өсөн” (“Чтоб сады шумели”; 1947), “Хеҙмәтсән ғаилә бәхете” (“Счастье семьи трудовой”; 1962) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. 1941—43 йй. шағирҙың Өфөлә булған ваҡытында яҙылған “Киләм” (“Иду”), “Башҡортостан күге аҫтында” (“Под небом Башкирии”), “Ҡыш” (“Зима”), “Хәрби йырҙар...” (“Песни боевые...”) һ.б. шиғырҙары Башҡортостан тәбиғәтенә, башҡорттарҙың һәм Б.В. һуғышы йылдарында Башҡортостанға эвакуацияланған украиндарҙың дуҫлығына арналған. Әҫәрҙәре Х.Кәрим, Р.Ниғмәти, С.Әлибай һ.б. тарафынан башҡ. теленәтәржемә ителгән. Ә.Ихсан, С.Ҡудаш һ.б. әҫәрҙәрен украин теленә тәржемә иткән. Сталин пр. (1948), Украина ССР‑ының Т.Г.Шевченко ис. Дәүләт пр. (1963) лауреаты.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика