СОРОКИН Валентин Васильевич (25.7.1936, БАССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Авашла утары), шағир. М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1965) “Волга” ж. (Һарытау ҡ.), 1968 й. алып “Молодая гвардия” (“Йәш гвардия”) ж. бүлек мөдире, 1970—80 йй. “Современник” (“Замандаш”; икеһе лә — Мәскәү) нәшриәтенең баш мөхәррире. 1983 й. башлап М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙың етәксеһе. “Вәғәҙә” (“Обещание”; 1989), “Бергә булайыҡ” (“Будь со мной”; 1996), “Мөхәббәт тауышы” (“Голос любви”; 2003); “Рәсәйебеҙ” (“Одна у нас Россия”; 2015) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар, “Шағир яҙмышы” (“Крест поэта”; 1995), “Беренсе леди” (“Первая леди”; 2007) һ.б. проза һәм публицистик китаптар авторы. Лирик шиғырҙары эскерһеҙлеге, тематика төрлөлөгө м‑н айырылып тора: мөхәббәт, тәбиғәт, юл тәьҫораттары, Ватан т‑да борсолоулы уйҙар. Крәҫтиәндәр һуғышына (1773—75) арналған “Бола” (“Бунт”; 1960—1967) поэмаһында, “Үс алыусылар” (“Мстители”; 1961) шиғырында Салауат Юлаев образы сағылдырылған. М.Ғәли, Ш.Анаҡ уның шиғырҙарын башҡ. теленә тәржемә иткән. 1980—83 йй. Мәскәү ҡала яҙыусылары ойошмаһы секретары. 1994—2010 йй. РФ Яҙыусылар союзында рәйестәш. РСФСР‑ҙың М.Горький ис. Дәүләт пр. (1986), Ленин комсомолы (1974), М.А.Шолохов ис. халыҡ‑ара (2000), С.В.Михалков ис. (2015), С.А.Есенин ис. (2015) һ.б. пр. лауреаты. “Почёт Билдәһе” (1984), Дуҫлыҡ (2007), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Ә ҫ ә р ҙ.: Тәүге ел: шиғырҙар һәм поэма. Өфө, 1981; Хочу быть ветром: стихотворения и поэмы. М., 1982; Ты — моя: стихи о любви. М., 2008.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика